top of page

АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН КӘҢӘШТӘР

1474681996.gif

Бала менән нимәләр  эшләмәҫкә

 

  • Бала янында балалар баҡсаһы һәм унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр тураһында кире ҡарашта булыу, насар һүҙҙәр менән өндәшеү;

  • Баланың тәртибендә булған тайпылыштарға, үҙгәрештәргә иғтибар бирмәй ҡалыу;

  • Башҡа балалар менән контактка, аралашыуға барыуына ҡаршы тороу;

  • Баланың нервы системаһына баҫымды көсәйтеү;

  • Балалар баҡсаһына ниндәй йыл миҙгеле икәнен иҫәпкә алмай, нисек етте шулай кейендереү;

  • Өйҙә конфликтҡа инеү, баланың илауы, көйһөҙләнгәне өсөн әрләү, уға яза биреү.

 

Баланың балалар баҡсаһына өйрәнеү процессын еңеләйтеү маҡсатында атә-әсәләр өсөн кәңәштәр

 

  1. Һеҙҙең ғаиләгеҙгә фәҡәт хәҙер балалар баҡсаһы кәрәклегенә тулыһынса ышанығыҙ. Ата - әсәнең “балалар баҡсаһы” тәрбиәһенең кәрәклегенә шикләнеүен, бала бик һәйбәт тоя. Һеҙҙең ышанмауығыҙҙы ул бөтә яҡлап ҡуллана, һеҙҙән айырылып ҡалмаҫҡа тырыша.

  2. Балағыҙға балалар баҡсаһы тураһында, унда бәләкәй балалар йөрөүе, һеҙҙең уны ла бүтән балалар менән бергә, уйнарға, йырларға өйрәнеүен теләүегеҙҙе аңлатығыҙ.

  3. Балалар баҡсаһы янынан үткәндә, ҡыуаныс менән, ошо баҡсаға уның йөрөй аласағын әйтәгеҙ.

  4. Балаға көн режимы тураһында һөйләгеҙ: нимәне, нимә артынан, ҡасан үтәйәсеген аңлатып һөйләргә кәрәк. Сөнки баланы билдәһеҙлек ҡурҡыта, әгәр ҙә бала, көтөлгән ваҡиға булғанда, үҙен ышаныслыраҡ тота.

  5. Балалар баҡсаһында килеп сығасаҡ ауырлыҡтар, был осраҡта кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген иҫкәртегеҙ. Әммә баланың һәр бер талабын, ул теләгәнсә, үтәп торасаҡтар тигән фекер ҡалдырмағыҙ. Төркөмдә бик күп балалар булыуы һәм уға ҡайһы саҡта үҙенең сираты еткәнен көтөп торорға кәрәклеген аңлатығыҙ.

  6. Балағыҙҙы бүтән балалар менән танышырға, исемдәре менән өндәшергә, уйынсыҡтарын тартып алмай һорап алырға, үҙенең уйынсыҡтарын, ярҙамын тәҡдим итергә өйрәтегеҙ.

  7. Бала тиҙ арала, балалар һәм ололар менән аралашырга өйрәнер, уға ярҙам итегеҙ. Төркөмдәге башҡа балаларҙың ата - әсәләре  менән танышығыҙ. Бүтән балаларға, балағыҙҙың янында, исемдәре менән өндәшегеҙ. Өйҙә бүтән балаларҙың исемдәрен һорашығыҙ. Балағыҙҙың һеҙҙең алда башҡа кешеләрҙән ярҙам һорап өндәшеүен  хуплағыҙ. Беләһегеҙме, һеҙҙең тәрбиәселәр, ата - әсәләр һәм уларҙың балалары менән аралашыуығыҙ һәйбәт булһа, шул тиклем балағыҙ балалар баҡсаһына еңелерәк өйрәнер.

  8. Башҡа балаларға ҡарата сыҙамлы ҡайғыртыусан булығыҙ. Идеал кешеләр юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе борсоған хәл – ваҡиға тураһында асыҡларға кәрәк икән, уны еңел формалағына йәки специалистар аша эшләгеҙ.

  9. Балалар янында балалар баҡсаһы һәм эшсәндәре тураһында насар фекерҙәрегеҙҙе әйтергә тырышмағыҙ. Баланы бер ваҡытта ла балалар баҡсаһы менән ҡурҡытмағыҙ.

  10. Адаптация осоронда балағыҙға эмоциональ ярҙам итегеҙ. Һәр яңы нәмә, тәүҙә ҡурҡыныс тойола, ә һуңынан өйрәнеп алһаң, ҡыҙыҡлы була башлай. Бала менән берлектә хушлашыу билдәһе уйлап сығарығыҙ, уға һеҙҙән айырылып китеүе еңелерәк булыр.

  11. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ, баланың балалар баҡсаһына өйрәнеү процессы ярты йылға тиклем һуҙылырға мөмкин. Үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө, мөмкинселектәрегеҙҙе һәм пландарығыҙҙы иҫәпкә алығыҙ. Әгәр ғаиләнең мөмкинселектәре баланың адаптация үтеү үҙенсәлектәренә ҡарап төҙөлһә, бик һәйбәт.

  12. Әгәр бер эсендә бала балалар баҡсаһына өйрәнеп етмәһә, тәҡдимдәрҙе тағы бер тапҡыр ҡарап сығығыҙ, бәлки берәй ҡағиҙә тулыһынса үтәлеп бөтөлмәгәндер.

  13. Әгәр һеҙ балалар баҡсаһы специалистары, педагогтары һәм психологтары ярҙамына мохтаж икәнһегеҙ, улар һеҙҙе көтәләр! 

Бала менән үҙеңде нисек тоторға

 

  • Балаға уның яңы статусын (ул – ҙур малай, ҡыҙ икәнен) аңлатыу;

  • Баланы беренсе көндәрҙә балалар баҡсаһында оҙайлы ваҡытҡа ҡалдырмау;

  • Ғаиләлә ыңғай климат булдырыуҙы иғтибар үҙәгенә ҡуйыу;

  • Мотлаҡ рәүештә балаға нервы – психик баҫымды кәметеү;

  • Баланың шәхси үҙенсәлектәре, режим моменттарының спецификаһы, баланың холоҡ – фиғеле, ғәҙәттәре һ.б. тураһында мәғлүмәтте ҡыҙыҡһыныусы белгестәргә һәм тәрбиәселәргә еткереү;

  • Баланы балалар баҡсаһына алып килгән ваҡытта уның менән һөйләшеү, көйһөҙләнһә, тынысландырыу. Әгәр ҙә бала үтә ныҡ илаһа, невротик реакция күҙәтелһә, уны бер нисә көнгә өйҙә ҡалдырыу

 

1474681996.gif
1474681996.gif
bottom of page