top of page

БАЛАЛАР ӨСӨН УЙЫНДАР

«АҠ ТИРӘК, КҮК ТИРӘК» - күптәргә таныш һәм яратып уйналған уйындарҙың береһелер. Уның асылы шунда: балалар ике төркөмгә бүленеп, бер-береһенән 20-30 метр алыҫлыҡта ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡапма-ҡаршы баҫалар. Беренсе яҡтағылар һамаҡлай:
Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башында кимерсәк.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Икенсе яҡ яуаплай:
Аҡ тирәк, күк тирәк
Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,
Беҙгә иң матур йырсыбыҙ
Зөһрә атлы ҡыҙ кәрәк.
Исеме аталған уйынсы ҡаршы яҡҡа йүгереп барып тотоношҡан ҡулдарҙы өҙөп сығырға тырыша. Өҙөп сыға алһа, үҙ яғына бер уйынсыны алып ҡайта. Кире хәлдә ҡаршы яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә. «Аҡ тирәк, күк тирәк» - балаларҙың аяҡ, ҡул мускулдарын нығытыуға, сыҙамлылыҡты тәрбиәләүгә нигеҙләнгән.

"БЕҘ УН ИКЕ ҠЫҘ ИНЕК" уйыны.
Уйнаусылар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Түңәрәк уртаһында бер ҡыҙ бала һамаҡлай.
Беҙ,беҙ,беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк, май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ!
Түңәрәктә ултырған ҡыҙҙар бер-береһенең баш бармаҡтарынан тотошалар ҙа “беҙ” тигәс, аҫҡа эйеләләр, икенсе тапҡыр “беҙ” тигән саҡта, баштарын күтәрәләр. Шулай итеп, һәр һүҙ әйтелгән һайын эйелеп-бөгөлөп ултыралар. “Юҡ булдыҡ” тигән һүҙ әйтелеү менән, бармаҡтарын ысҡындыралар ҙә төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасалар. Ә һамаҡлаған ҡыҙ уларҙы ҡыуа башлай. Иң тәүҙә кемде тота, шул уйынды тағы башлай.

"АЛЫРМЫН ҠОШ, БИРМӘМ ҠОШ” уйыны
Уйындың маҡсаты: иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте,х әрәкәт әүҙемлеген үҫтереү; ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.
Балалар был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.
Уйында “ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән” ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның эргәһенә килә һәм:
-Төйлөгән, төйлөгән, ни эшләйһең? -тип һорай.
Төйлөгән:
- Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам, -ти.
Ҡаҙ:
- Мин һиңә балаларымды бирмәйем! - ти.
Төйлөгән урынынан тора ла:
- Алам, алам, атар ҡош! - тип, ҡаҙ бәпкәләренә ташлана.
Ҡаҙ:
- Бирмәм, бирмәм битәр ҡош! -тип, бәпкәләрен ҡурсалай башлай.
Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип,-тип йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре тотолоп бөткәнсе дауам итә.

"ЙӘШЕРӘМ ЯУЛЫҠ" уйыны
Балалар түңәрәк яһап ултыралар, араларынан көтөүсе һайлана. Ул яулыҡ ала. Балалар йырлай:
Йәшерәм-йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын аҫтына.
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
Көтөүсе булған бала түңәрәкте уратып йөрөй һәм бер уңайлы ваҡытта һиҙҙермәй генә яулыҡты бер иптәшенең артына һалып китә. Ә үҙе һаман яулыҡты йәшереп тотҡан һымаҡ йөрөй.
Артында яулыҡ ятҡан бала, көтөүсе түңәрәкте әйләнеп килгәнсе, үҙенең артында яулыҡ ятҡанын һиҙмәй ултырһа, көтөүсе уның янына килеп еткәс, яулыҡты ала ла уға яулыҡ менән һуға. Был бала көтөүсе булып ҡала. Әгәр ҙә түңәрәктәге бала артына яулыҡ һалынғанын һиҙеп ҡалһа, тиҙ генә тороп, көтөүсе артынан йүгерә. Ә көтөүсе яулыҡтан һуғылмаҫ өсөн, түңәрәк буйлап йүгереп, уны баҫтырған иптәшенең урынына ултырырға тырыша. Әгәр ултырып өлгөрмәһә, ул тағы көтөүсе була һәм уйын яңынан башлана.

«Күҙбәйләш» уйыны
Уйынсылар түңәрәкләп баҫа. Урталағы икәүҙен күҙе бәйләнә. Уйынсылар шым ғына тора. Урталағының береһе: «Һин ҡайҙа?» — тип, икенсеһен эҙләй. Күҙе бәйләнгән уйынсыны түңәрәктән ситкә сығарырға ярамай. Ҡалған уйынсылар уны кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреп торалар. Тоторға тырышыусы уйынсыларҙы уларҙың аяҡ тауышы, тын алыш буйынса эҙләй. Күҙе бәйләнгәне кемде тота, артабан шуның күҙен бәйләйҙәр: һуҡыр килеш башҡаларҙы ул эҙәрләй башлай. Уйын шулай дауам итә. Иң ҡыҙығы шунда: тегеләр бер-береһен эҙләгәндә, түңәрәк яһап тороусы уйынсылар ҡасып китеп бөтөргә лә мөмкин.

"Йәшенмәк" уйыны
Бер нисә бала был уйынды уйнауҙан алда шыбаға тотошалар. Иң аҫта ҡалған кеше эҙләргә тейеш була. Үҙ-ара һөйләшеү буйынса эҙләүсе иллегә йәки йөҙгә тиклем һанай, тик күҙен ҡаплай һәм бер урында ғына тора. Уйнаусылар был арала йәшенәләр. Әҙләүсе, һанап бөткәс, эҙләргә тотона. Кемде тәүҙә, икенсеһендә шул әҙләүсе була.
Шулай артабан дауам итәләр.

"Ҡаҙҙар" уйын
Уйнаусы балалар араһынан береһен "әсәй" итеп, икеһен "бүре" итеп билдәләйҙәр. Әсәләре:
"Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ ҡаҙҙарым, барығыҙ, һыуға барып килегеҙ, бүренән ҡурҡмағыҙ, килеп сыҡһа, осоғоҙ ҙа китегеҙ", — тип, "ҡаҙҙарҙы" һыуға ебәрә. Ә "бүреләр" көтөп кенә яталар ҙа, "ҡаҙҙарҙың" юлына сығалар һәм уларҙы тотоу өсөн баҫтыра башлайҙар. Әгәр ҙә бер ҡаҙ тотолһа, ул "бүре"гә ярҙамлаша. "Ҡаҙ"ҙарҙың һыуҙан ҡайтыр ваҡытында "әсәй" кеше: "Ап-аҡ ҡына, мамыҡ ҡына, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ "ҡаҙҙарым" ҡайтығыҙ", - тип ҡысҡыра. Ҡаҙҙар ҡайтыу юлына сығалар. Был ваҡытта "бүреләр" тағы ла уларҙың юлына сығалар һәм тота башлайҙар. "Ҡаҙҙар" тотолоп бөткәнсә, уйынды дауам итәләр. Уйынды ҡабат башлағанда тәү тотолған "ҡаҙҙар" "бүре" булып ҡалалар.

bottom of page